«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан байрам саралары дауам итә 26.04.2017

Уның сиктәрендә бөгөн федераль канал, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы ҡунаҡтары, Ҡаҙағстан, Саха-Яҡут балалар телеканалдары етәкселәре, «АБВГДейка» тапшырыуы художество етәксеһе ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Төп тема - балалар телевидениеһы, иң мөһим һорау - финанс етмәүе. Әңгәмә барышында балалар телевизион контентын эшләп сығарыуҙа дәүләт ярҙамы нисегерәк булырға тейеш тигән мәсьәлә күтәрелде.

Мәскәүҙән, сит илдән килгән хеҙмәттәштәр төбәктәге «Тамыр» телеканалының эшмәкәрлеген юғары баһалай. Ысынлап та, тәүлек  әйләнәһенә танып-белеү тапшырыуҙары трансляциалаған ижади коллективтың кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә роле ҙур. Юбилей сиктәрендә уҙғарылған ултырыш үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ла булып торҙо. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандың «Балапан» телеканалы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн анимацион сериалдар төшөрөү йүнәлешен яйға һалған. Бөгөн «Тамыр» телеканалы «Янур» һәм «Бирешмә» проекттары өҫтөндә эшләй, хеҙмәттәштәр менән аралашыу башланған эштәргә булышлыҡ итер тигән ниәт бар.
Ҡарлыгаш Абдибаева, «Балапан» телеканалының баш режиссеры /Ҡаҙағстан/: «Таң атып  ҡояш батҡанға тиклем балалар өсөн эшләгән «Тамыр» беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Уларҙың Бөтә Рәсәй кимәлендә яулаған уңыштарын күреп, ишетеп торабыҙ. 25 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡотлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика