Талмаҫ ҡанаттар булғанда ижади бейеклектәргә үрләү еңелерәк

Талмаҫ ҡанаттар булғанда ижади бейеклектәргә үрләү еңелерәк 05.09.2015

Башҡортостан ныҡышмал һәм тырыш, үҙ эшен белеп башҡарған йәш таланттарға бай. Тыуған яғы өсөн янып-көйөп ижад итеүселәрҙең эштәрен ваҡытында баһаларға ғына кәрәк. Был шәхестең үҫешенә килтерә. Быйыл әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына 12 ижадсы дәғүә итә. Һәр кеме еңеүгә лайыҡ. Скрипкасы Илшат Мөслимовтың сығыштарында мәңгелектең асылы яңғыраһа, йәш рәссамдар Айгөл Ишберҙина менән Вера Фролованың картиналарында - тормошҡа һөйөү сағылдырылған.

Башҡортостандың милли симфоник оркестры Чайковскийҙың «Манфред» симфонияһын ҡабатлай. Алда - ҙур тамашалар көтә. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Илшат Мөслимов та һынауҙар тулҡынында. Скрипка ҡылдарында нисек кенә ышаныслы уйнамаһын, егет бер аҙ тулҡынлана. Ул  Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр рәтендә.
Илшат Мөслимов донъя классикаһынан тыш, башҡорт халыҡ көйҙәрен дә берҙәй оҫта, нескә тойом менән башҡара. «Ҡолой кантон», «Бейеш», «Буранбай», «Азамат» - скрипка моңдары аша халыҡ күңелен тағы ла бер яулай. Йәш ижадсы был музыкаль ҡоралдың тарихы менән дә ныҡлы ҡыҙыҡһына.
«Зәңгәр күк аҫтында» исемле картина үҙәгендә - балаларын ҡосағына алған ҡатын. Йәш әсә ир-аттарҙы һуғышҡа оҙата. Был күренеш 1812 йылғы аяуһыҙ ваҡиғалар хаҡында. Уның авторы йәш рәссам Айгөл Ишберҙина. Сираттағы эш - Вера Фролованың ижад емеше. Ул Бөйөк Еңеүҙең 70  йыллығы уңайынан төшөрөлгән. Картинала уҡыусы-ҡыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхсән Бабичевҡа шиғри теләктәрен еткереүе һүрәтләнә. Әйткәндәй, был күргәҙмәлә егерменән ашыу картина ҡуйылған. «Тыуған илдә ҡулға ҡул тотоноп» тигән проект ике авторҙың - башҡорт һәм рус милләтле рәссамдарҙың донъяға ҡарашын билдәләү маҡсатында ойошторола.
Вера Фролова, Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы: «Айгөл - нескә күңелле рәссам. Мин иһә үҙ эштәремдә тасуири алымдар ҡулланам. Ҡараштарыбыҙ тап килгәне юҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе берләштереүсе көс бар: ул ижадҡа һөйөү».
Йәштәр өсөн абруйлы премияға дәғүә итеү - ҙур мәртәбә. Иң мөһиме: киләсәккә ышаныс менән ҡараусыларҙың һәммәһендә еңеүгә өмөт бар. Рәссамдар Айгөл Ишбирҙина менән Вера Фролова сираттағы күргәҙмәһен халыҡ юғары баһалаған. Был үҙенә күрә - ҙур уңыш.
Ә инде Илшат Мөслимовтың скрипка моңдары тиҙҙән «Симфония төнө»ндә яңғыраясаҡ. Был тамаша һәр ваҡыттағыса онотлмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.  
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика