Тәтешле районы үҙәгендә бөгөн капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто файҙаланыуға тапшырылды

Тәтешле районы үҙәгендә бөгөн капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто файҙаланыуға тапшырылды 14.03.2017

Иҫке объектты яңыртыуға 200 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Ремонт эштәре биш  йыл дауам иткән.

Тәтешле районының йәш ҡурайсылары сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Линар Салауатовтың һәм башҡа бик күп тиҫтерҙәренең йөрәгендә милли уйын ҡоралына һөйөү йәшәй. Ҡурай уйнарға өйрәнеүҙә тәүге аҙымдар әлбиттә, еңел бирелмәне, ти ул.
Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәнгәндән һуң, уҡыусылар  халыҡ көйҙәрен уйнай башлай. Малайҙар араһында бер бөртөк ҡыҙ ҙа бар. Миләүшә Мәғсүмованы ла дәрескә ҡурай моңона һөйөү алып килгән. Бөгөн Үрге Тәтешле ауылында асылған түңәрәкә 16 бала йөрөй. Ҡыҙыҡһыныусылары ла етерлек.
Капиталь ремонттан һуң асылған район мәҙәниәт йортонда мөмкинлектәр хәҙер тағы ла киңерәк. Учреждение заманса уңайлыҡтарҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән. Бында һәр кем күңеленә ятҡан  шөғөл таба ала. Хатта, мәҙәниәт донъяһына тәүге аҙымдарын яһарға теләүселәр өсөн дә махсус дәрестәр ойошторолған.
Элекке бинаны танырлыҡ та түгел. Объект тулыһынса яңыртылған. Финанс ауырлыҡтар һөҙөмтәһендә ремонт  оҙаҡҡа һуҙылһа ла өмөт  аҡланды, тип һөйөнә ауылдаштар. Әйткәндәй, ошонда уҡ ЗАГС бүлеге менән спорт залы ла урынлашҡан.
Әйткәндәй, күптән түгел Тәтешле районы үҙәгендә капиталь ремонттан һуң «Байраҡ» исемле кинотеатры ла сафҡа ингәйне. Бөгөн төбәк халҡын ҡыуандырып үҙ ишектәрен район мәҙәниәт йорто ла асты. Учреждениела ремонт эштәре 5 йыл дауамында барҙы. Оҙаҡ көттөрҙө тип әйтеп булмай. Сөнки бина күркәм һәм матур. Район мәҙәниәтен, шул иҫәптән спорт өлкәһен дә үҫтерергә, яңы кимәлгә күтәрергә ышаныслы аҙым яһалды, ти тәтешлеләр.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика