Төртмә шаяртыу, юмор һәм яҡшы кәйеф

Төртмә шаяртыу, юмор һәм яҡшы кәйеф 07.02.2017

Республика "Шаяндар һәм отҡорҙар" клубының Башҡорт  ЮНИОР лигаһы икенсе миҙгеленең дүртенсе сирек финалында ҡатнашыусылар тамашасыларға күтәренке кәйеф бүләк итте. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһында төрлө төбәктәрҙән йыйылған 8 команда КВН лигаһының ярымфиналына һайлап алыу турында һынау тотто.

Сибай ҡалаһының гимназия-интернатының «Кендектәр” командаһы -был өлкәлә тәжрибәһе булған уйынсылар. Уларҙың сығыштары күптән тамашасылар күңеленә хуш килгән. Башҡортса шаяртыуҙар, юмор күп кенә фестивалдар еңеүсеһе. Был юлы ла Кендектәр уйынға яҡшы әҙерлек менән килгән ине.

Быйыл төбәктә булдырылған  Башҡорт асыҡ лига Квн-ы үҙенең биш йыллығын билдәләй, шуның менән бер рәттән, 18 йәшкәсә үҫмерҙәр араһындағы ЮНИОР КВН уйындары дүртенсе миҙгелен ойошторҙо.  Ярым финалға һайлап алыу турына республиканың Учалы, Әбйәлил райондары, Өфө, Баймаҡ, Сибай ҡалаларының шаяндары Баймаҡ ерлегендә тәүге тапҡыр йыйылды. ЛАЙФ Баймаҡтар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы егеттәре ӨҠаймаҡтарӨ үҙ командаһын төҙөп, дебютант булараҡ сығыш яһаны. Йылдар дауамында һыналған уйынсыларҙан тәжрибә алды. Ойоштороусылар уйын өсөн Баймаҡ ерен һайлағанда ла, киләсәктә был сараның урында үҫеш алыр,районда республика кимәлендә сығыш яһарлыҡ командалар барлыҡҡа килер, тигән маҡсатта ҡуйған.

Шаяндар һәм отҡорҙар уйының төп маҡсаттарының береһе-ул йәш быуында милли рух тәрбиәләү, башҡорт телен пропагандалау. Бер нисә йыл дауамында ойошторолған сарала үҙебеҙҙең ерлеккә хас шаяртыуҙар, төртмә телле сығыштар  даими рәүештә уңышҡа өлгәшә.  

Иң шәп, иң отҡор командалар - Өфөнөң Башҡорттар.ру, Сибай ҡалаһының Кендектәре һәм Учалы районының Тик ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк ярым финалға үтте.  Унда баймаҡтар ҙа саҡырыу алды.  Ә иң-иңдәрҙе билдәләйәсәк финал уйыны апрель айында баш ҡалала уҙасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика