Төрки телле халыҡтарҙы берләштергән йыр конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды

Төрки телле халыҡтарҙы берләштергән йыр конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды 07.08.2014

«Türkvizyon» Халыҡ-ара йыр бәйгеһе быйыл Ҡазан ҡалаһында үтә. Былтыр ул Төркиәнең  Иҫкешәһәр ҡалаһында уҙғарылғайны. Конкурс быйылғы нескәлектәрен барлау буйынса күрше Татарстан Республикаһында матбуғат конференцияһы үтте.

«Türkvizyon» конкурсы былтыр тәүге тапҡыр Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһында үтте. Был осраҡлы түгел, йыр-моң бәйгеһе  төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы тип һайланған төбәктәрҙә уҙа. 2014 йылда был статус Ҡазан ҡалаһында. «Eurovision » йыр бәйгеһенә ауаздаш конкурстың маҡсаты - төрки телле халыҡтарҙың йыр-моңон ишеттереү.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар ноябрҙә Ҡазан ҡалаһында үтәсәк конкурс хаҡында фекер алышты. Сәхнә, тамашасы залы мөмкинлектәре барланды.  Киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйылды. Ҡатнашырға теләк белдереүселәр менән килешеү төҙөлдө.
Динара Адам, «ADAM MEDIA GROUP» генераль директоры /Ҡаҙағстан/: «Беҙ «Ҡурай» каналы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Ҡаҙағстанда яҙылған йырҙар Башҡортостанда яңғыраһа, һеҙҙең республика клиптары беҙҙең каналда уңышлы күрһәтелә. Әлбиттә, был бары тик тәүге аҙымдар ғына. Шулай ҙа улар барыһы ла  «Türkvizyon» проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Киләсәге лә өмөтлө».
«Ҡурай» йыр-моң каналы - төрки халыҡтарҙың заманса музыкаль сәнғәтен пропагандалаған, милли мәҙәниәтте байытҡан проект партнеры.  «Türkvizyon» конкурсы ла башҡорт эстрадаһын донъяуи йыр-моң даирәһенә юл асыуға тағы бер аҙым булып тора.  Бәйгенең һайлап алыу турҙары ноябргә тәғәйенләнгән. Унда ҡатнашыу өсөн «Ҡурай» йыр-моң каналына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку