Тәүге юбилей 20.05.2016

Яҡташтарыбыҙ тарафынан Мәскәүҙә ойошторолған  «Илһам» халыҡ театрына бер йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә башлыса студенттарҙан торған коллектив Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Әнғәм Атнабаев кеүек классиктарҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштергән. Юбилей айҡанлы баш ҡалала ижади кисә үтте.

«Илһам»дар аңлатыуынса, Мәскәүҙә башҡорт халыҡ театрын ойоштороу идеяһы күптән була, ләкин уны тормошҡа ашырыу  тотҡарлана. Бәлки, тап илһам етмәгәндер тип шаярта театрҙың режиссеры Мәҙинә Илһамова. Проектҡа ҡушылғас Мәскәүҙә башҡорт сәхнәһе барлыҡҡа килә, уның маҡсаты тамашасыны башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыу.
Әле «Илһам» театры коллективы егерменән ашыу һәүәҫкәр актерҙан тора. Уларҙың күбеһе Мәскәү юғары уҡыу йорттары студенттары.  Шулай уҡ сәхнәгә ғашиҡ һәүәҫкәрҙәр ҙә бар. Бер йыл эсендә «Илһам»дар танылыу яулап та өлгөргән.
Театрҙың бер спектакле лә тоғро тамашасыһынан тыш үтмәй. Тыуған телен, ерен, яҡындарын һағыныусылар күңел тыныслығын тап «Илһам»дар ҡуйған пьесаларҙа таба. Хәҙер ғәзиз Башҡортостанға мәҙәни сәйәхәтте Мәскәүҙә лә яһап була, ти тамашасылар.  
Яңы ижади миҙгелен халыҡ театры Мөхәмәтша Буранғоловтың «Шәүрәкәйе» менән асырға әҙерләнә. Был әҫәрҙән тыш, үҙешмәкәр коллективтың репертуарға ҡағылышлы уй-ниәттәре киң. Беҙҙең өсөн иң мөһиме яҡташтарыбыҙҙа кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләү, Мәскәү халҡын  башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыу, ти «Илһам»дар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика