«Сыңрау торна» милли балеты йәнә сәхнә түрендә

«Сыңрау торна» милли балеты йәнә сәхнә түрендә 23.05.2017

Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет оҫталары фестивале асылыуы уңайынан башҡорт халыҡ легендаһына таянып ижад ителгән классик әҫәр ҡабат тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Быйылғы сара СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Григоровичтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев исемендәге фестиваль уҙғарыу республикала күптән инде матур йолаға әйләнгән. Быйыл Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале 21-се тапҡыр ойошторола. 2 июнгә тиклем дауам итәсәк сараның төп яңылығы башҡорт легендаһы мотивтарына нигеҙләнеп яҙылған «Сыңрау торна» балетының  сәхнәгә ҡабат ҡайтыуы. «Сыңрау торна» балеты яңыртылған вариантта донъя күрҙе.  Ул республика башлығы грантына сәхнәләштерелде. Төп ролдәрҙе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алдынғы солистары башҡара. Бөйөк Британия, Польша, Болгария, Ҡытай кеүек илдәрҙә сәхнәләштерелгән әҫәр 1960 йылда Сверловск киностудияһы тарафынан фильм итеп төшөрөлә. Рудольф Нуриев тамаша ҡылған тәүге «Сыңрау торна» балеты уның тормошон үҙенсәлекле сәнғәткә ғашиҡ итә. Тап ошо әҫәр  уның ғүмерен балетҡа бәйләй. Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет оҫталары фестивале 2 июнгә тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика