Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы...» тип исемләнгән сәхнә әҫәренең премьераһы үтте 24.03.2017

Драма артистары тамашасы иғтибарына спектаклде бөтөнләй икенсе йүнәлештә тәҡдим итте. Ул театр сәнғәтенең үҙенсәлекле фантасмогория жанрында ижад ителгән. Ҡуйыусы режиссеры - Айҙар Зарипов. Премьера алдынан үткән матбуғат конференцияһында журналистарҙа, афиша-рекламалар аша белгән тамашасыла ла яңы әҫәр төрлө фекер, ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы.

Халыҡтың ни өсөн әҫәрҙең тап «Люксембург» тип исемләнеүе, фантасмогорияның ниндәй төр жанр икәнлеге лә ҡыҙыҡһындырҙы. Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты спектаклдең эстәлегендә табырға мөмкин.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ артистары яҙыусы-драматург Мөнир Ҡунафин менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Бынан ике йыл элек коллектив  ижадсының «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын» тип исемләнгән әҫәрен ҡуйғайны.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика