Силәбелә тәүге тапҡыр башҡорт кино фестивале үтә 27.01.2016

30-31 ғинуарҙа «Осҡон» видеоконкурсына йомғаҡ яһала. Күрше төбәк башҡорт йәштәре берлеге  республиканың Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы менән берлектә ойошторған бәйгегә иллегә яҡын эш тәҡдим ителә. Еңеүселәр ҡыҫҡа метражлы фильм, социаль ролик, музыкаль клип һәм телефонға төшөрөлгән яҙма номинацияларында билдәләнәсәк. Конкурс кинематография өлкәһендә оҫталыҡты үҫтереүҙе, ижади һәләтте арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика