Сибай ҡалаһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Аҡ торналар» шиғриәт байрамы үтте 29.10.2014

Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың билдәле шиғыры нигеҙ һалған поэтик сара яу ҡырҙарында ятып ҡалған һалдаттар иҫтәлегенә бағышлана.

Шағирҙың Хиросима фажиғәһен үҙ күҙҙәре менән күргәндән һуң тыуған әҫәре кешелек донъяһын һуғыш һәм атом һәләкәтенә ҡаршы көрәштә берләшергә саҡыра. Ваҡыт үтеү менән шиғриәт һөйөүселәр Рәсүл Ғамзатов менән уның яҡын дуҫы, ижадташы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде лә мәңгелек ҡосағына күскән аҡ торналарға тиңләне.
Сибайҙа уҙғарылған шиғриәт байрамы быйыл халыҡ шағирының 95 йыллығына  арналды.  Байрамға студенттар һәм хеҙмәт ветерандары, ҡаланың почетлы граждандары,  әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды. Шиғриәт кисәһендә Мостай Кәрим ижадына байҡау яһалды, фронтовик шағирҙар ижады тыныслыҡ поэзияһына тиңләнде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика