Шаран районында өсөнсө быуын халыҡ университетында шөғөлләнеүселәргә танытма тапшырылды 02.04.2016

Республикала  «Өсөнсө быуын халыҡ университеты»  маҡсатлы программаһы 2011 йылдан эшләй. Уның төп маҡсаты - өлкән быуын вәкилдәренә хәҙерге йәмғиәткә яраҡлашыу өсөн шарттар тыуҙырыу һәм уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу.

Шаран районы Өсөнсө быуын халыҡ  университетында 140 кеше иҫәпләнә. Улар  8 факультетта белем ала. Өлкәндәр бәйләм бәйләү, гимнастика, халыҡ медицинаһын ҡулланыу, тыуған яҡ буйлап сәйәхәт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса уҡый. Шулай уҡ ветерандар хоры  ла ойошторолған. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр уҙа. Өлкәндәр «Матур ҡартлыҡ»  девизы менән йәшәй, таныша, аралаша һәм  байрамдар ойоштора.  Бигерәк тә тормошта уларға компьютер буйынса алған белемдәренең кәрәге тейә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика