Шаран районында эшсе ҡатын-ҡыҙҙар бәйгеһе үтте 05.04.2017

Быйыл күләмле сарала ун бер гүзәл зат эшһөйәрлектә, зирәклектә һәм отҡорлоҡта көс һынашты. Эшләп йөрөгән йәштәр сәхнәлә иң тәүҙә  үҙҙәре менән таныштырҙы, артабан йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте.

Көйәрмәндәр конкурсанттарҙы ҡеүәтләп, ҙур алҡыштарға күмде. Интеллектуаль этап та үҙенә күрә мауыҡтырғыс үтте. Һорауҙарға тапҡыр яуаптар ҡайтарыу өсөн дә бит оҫталыҡ кәрәк. Бәйге дауамында гүзәл заттар үҙ һөнәрҙәрен яратып башҡарыуына шик ҡалдырманы, үҙҙәре эшләгән ойошмаларҙы ла лайыҡлы күрһәттеләр.  Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-при икмәк бешереү цехы хеҙмәткәре Татьяна Михееваға эләкте. Шулай уҡ еңеүселәр исемлегендә мәғариф учреждениеларында эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Уларға Дипломдар һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика