Шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужа Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты тигән исемгә лайыҡ булды 23.03.2015

Республиканың юғары наградаһы уға «Ямғыр тамсыһы» китабы өсөн тапшырылды.  

Әсхәл Әбүталип улы 1942 йылда Әбйәлил районында тыуған. Амангилде мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. 1965-85 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында  эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлап ҡайта. Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзаһы.  Әсхәл Әхмәт-Хужа 30-лап китап авторы һанала.  
Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылда   булдырылғайны. Премия йәш быуынды әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ярҙамында рухи-әхләҡи һәм патриотик тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә.  Конкурсҡа йыл дауамында айырым китап булып йәки ваҡытлы матбуғатта донъя күргән әҫәрҙәр ҡабул ителә. Ун йыл эсендә абруйлы премияға  бер нисә әҙәбиәтсе лайыҡ булды. Лауреаттар  араһында Гөлфиә Юнысова, Факил Мырҙаҡаев, Кәтибә Кинйәбулатова һәм Сафуан Әлибаевтар бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика