Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто тәрбиәләнеүселәре -хәйриә акцияһында ҡатнашты 05.01.2016

Башҡаланың уңышлы эшләүсе ресторандарының береһе бәләкәстәргә байрам ойошторҙо. Конкурстар, бүләктәр мул булған тамашала Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа ҡатнашты. Байрамдағы химик шоу барыһында ла сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Береһенән -береһе отҡор балалар алып барыусы һорауына яуаптар бирергә ашҡына. Байрам утыҙ  балаға бәхетле минуттар бүләк итте. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр бер-нисә сәғәткә булһа ла серле әкиәт донъяһына сәйәхәт итте. Үкһеҙ етем  балалар өсөн  өлкәндәр наҙы үтә лә мөһим. .
Лия Хинсретдинова, алып барыусы: «Ошо акция ярҙамында балаларға байрам бүләк итергә теләнек. Нисек кенә булмаһын, Яңы йыл  бүләктәргә тулы ғаилә байрамы булып ҡала. Күңелле уйындар аша һәр балаға йылы мөнәсәбәт күрһәтрегә тырыштыҡ».
Балаларҙың шатлығын уртаҡлашырға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килде. Изге күңелле тылсымсы ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рус драма театры актеры Олег Шумилов башҡарҙы. Артистың  үҙе лә күп йылдар элек балалар йортонда тәрбиәләнгән. Һуғынан уны   уллыҡҡа алалар.
Олег Шумилов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:  «Тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, һәр ваҡыт та изге күңелле, кешелекле булып ҡалырға кәрәк».
Күңел асыу программаһында ҡатнашыуҙан  тыш, балалар тәмлекәстәр менән дә һыйланды. Ресторан бәләкәстәрҙе иң тәмле ризыҡ - үзбәк былауы менән дә һыйланы.Төшкө аш тамамланыу менән - тамашаның иң мауыҡтырғыс өлөшө -химик шоу ойошторолдо.
Химик шок үткәреүсене  балалар  ысын тылсымсы кеүек ҡабул итте. Төрлө шыйыҡсаларҙы бергә бутап ул ысынлап та мөғжизә тыуҙыра.
Хәйриә акцияһында ҡатнашыусы балалар байрамдан Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан мул бүләктәр менән ҡайтты. Күңелле тамаша иғтибарға, һөйөүгә мохтаж балаларҙы ҡурсалау һәм бағыуҙың ни тиклем кәрәкле һәм мөһим икәнлегенә ишараланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика