Саошианте, йәғни Урал батыр тураһында легенда Өфө сәхнәһендә 05.04.2017

Заманса балеттың премьераһы бөгөн башҡалала, заманса хореография кисәһендә ике сәғәт элек кенә үтте.

Саошианте, йәғни Урал батыр хаҡындағы легенда видеокомпозиция ҡулланып сәхнәләштерелгән хореография спектакле.  Проект пост авангард музыкаһын да, һынлы сәнғәтте лә,  заманса бейеү стилен дә үҙ эсенә ала. Башҡорт халҡының данлыҡлы  «Урал батыр» эпосына нигеҙләнеп яҙылған   сәхнә әҫәренә музыканы билдәле  композитор Азамат Хәсәншин яҙған.
Азамат Хәсәншин, композитор: «Был музыкаға мин бар күңелемде, тәжрибәмде һалдым, ул быуаттарҙы тоташтырырлыҡ сихри көскә эйә булырға, кешенең күңелендә тылсымлы хистәр тыуҙырырға тейеш».
Саошианта киләсәкте ҡотҡарыусы, был проектта ул Урал батыр образы аша кәүҙәләндерелгән. Сәхнәлә мәңгелек темалар сағылыш тапҡан, туғандар араһындағы  низағ, изгелек һәм яуызлыҡ көрәше,  батырлыҡ һәм  меҫкенлек. Ә геройҙың  кешелекте ҡотҡарыу хаҡына үҙен ҡорбан итеүе бер кемде лә битараф ҡалдырмай.  Һәр бер халыҡтың Урал батыр һымаҡ геройҙары бар, шуға күрә был тема барыһына яҡын, ти авторҙар.  Бар хәл ваҡиғалар талғын хәрәкәттәр аша бирелә.
Проект өҫтөндә эш өс йылдан ашыу дауам итә.  Тәүге йылдарҙа спектаклдең айырым өлөштәре генә күрһәтелә, әммә тулыһынса түгел.  Былтыр Саошианта Ҡырымда «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр форумында  федераль кимәлдәге грантҡа лайыҡ була. Сара Ил Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы ойошторола.  Грант иһә проекты сәхнәләштереү өсөн тәғәйенләнә.  Йыл аҙағында Санкт-Петербургта үткән  халыҡ-ара фестивалдә лә ижад емеше юғары баһаға лайыҡ була.
Бөгөн Урал батыр Өфө сәхнәһендә,  проектты башҡала тамашасыһы ла йылы ҡабул итте. Тарихи эпосҡа нигеҙләнеп яҙылған сәхнә әҫәре башҡорт мәҙәниәтенә яңы һулыш өрҙө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика