«Салауат Юлаевтан һорау алыу»  картинаһы аукционға ҡуйылған 16.01.2017

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Алексей Кузнецовтың был күләмле эше майлы буяу менән яҙылған. Ярты быуат элек ижад ителгән әҫәрҙең һатыуға сығарылыуына социаль селтәрҙәрҙә  киң йәмәғәтселек  ризаһыҙлыҡ  белдерә.

Михаил Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында рәссам Кузнецов тарафынан   яҙылған «Салауаттан һорау алыу» картинаһы менән бәйле сетерекле хәлде инҡар иттеләр. Ғәмәлдә һатыуға төп нөсхәһе түгел, ә эштең күсермәһе ҡуйылған. Ә ысын картина яҙ күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ, ул  фондта һаҡлана. «Офицерҙар йорто»нда торған күсермәһе республика заказы буйынса эшләнелгән. Һуңынан ул Яҙыусылар союзына тапшырылған. Артабан картина ғәмәлдән сыҡҡан тип һаналып, шәхси ҡулдарға күскән һәм  һатыуға сығарылған.
Валентина Сорокина, М.Нестеров исемендәге художество музей фонды һаҡлаусыһы:
«Картинаның икенсе күсермәһе республика заказы буйынса эшләнгән. Күсерәмһе  оҙаҡ йылдар «Офицерҙар йорто»нда торҙо. Төп нөсхәһе 1955 йылда яҙылған. Әлеге ваҡытта Нестеров исемендәге Башҡортостан музейы фондында һаҡлана. Ҡыл ҡәләм оҫтаһының юбилейы уңайынан яҙ  ул күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика