Салауат Юлаев йәнә студенттар йыя! 19.05.2016

Һәйкәл янында ҡабаттан музыка гөрләй, уйын-көлкө тауыштары ишетелә. Өфө студенттарының әүәлдән яратып йыйылған урынында тематик кисәләр үткәреүҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт йәштәре иттифағы, республиканың Йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм «Юлдаш» радиоһы күтәреп сыға.

Илһам Рәхимов интернет киңлектәрендә танылыу яулап барыусы йәш блоггер. Был йүнәлештәге эшен ул балалар тематикаһына арналған сараларҙы күрһәтеүҙән башлаһа, әле егет йәштәр аудиторияһы өсөн тырыша. Илһам бөгөнгө «Киске уйын» үҙенең шәхси каналына ҡараусылар йәлеп итеү йәһәтенен ҡулай тип һанай, сөнки интернет селтәрендә сараны ҡарарға теләүселәр мотлаҡ табылыр ти ул.
Тап шулай буласағында шик юҡ. Баш ҡала студенттарының яратҡан осрашыу урыны иң әүҙем йәштәрҙе йәлеп итте. Егеттәр һәм ҡыҙҙар, күптәнге таныштарын осратып, рәхәтләнеп аралашты, уртаҡ темаларға фекер алышты. Бөтәһе лә, кисә кәрәк тигән фекерҙә.
Йәштәр өсөн күңел асыу мөмкинлеге ҡаралғайны. Сәхнәлә башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙары. Был кис Салауат Юлаев һәйкәле янында йыйылыусыларҙы сығыштары менән Нәркәс Сиражетдинова, Рәил Өмөтбаев, Юнир Һағынбаев, Лилиә Ишемйәровалар кеүек  билдәле йырсылар ҡыуандырҙы. Бынан тыш  данлыҡлы «пятачокта»  Салауат, Күгәрсен һәм башҡа райондарҙан килгән артистар ҙа сығыш яһаны. Кисә тап элекке ваҡыттағы кеүек күңелле үтте тип билдәләй өлкән быуын вәкилдәре.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, киске уйын Башҡортостан йәштәрен таныштырыу, дуҫлаштырыу, уларға тәрбиә биреү, әүҙем йәштәр ойошмаларын асыҡлау, ҡала һәм республиканың мәҙәни йолаларын байытыуҙы күҙ уңында тотоп үткәрелә. Был кисәләр даими булып торор тип көтөлә.  
Яҙғы кисәлә мауыҡтырғыс уйын-конкурстар, спорт ярыштары ла булды. Уларҙы «Юлдаш» радиоһы алып барыусылары үткәрҙе. Ә йәш яҡташтар ассоциацияһы Рәсәйҙә Кино йылына арналған Кино-Квест ойошторҙо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика