Сәнғәткә һөйөү йәшәртә

Сәнғәткә һөйөү йәшәртә 18.05.2017

Хәйбулла районының мәҙәниәт йортонда «Мин яратам һине, тормош» республика фестиваленең төбәк этабы үтте. Унда Урал аръяғында йәшәүсе ике йөҙҙән ашыу оло быуын вәкиле ҡатнашты.

Баймаҡ районынан «Еҙ төймә» ансамблендә шөғөлләнеүселәр хәйбуллаларҙы гармунда уйнап бейетте. «Мин яратам һине, тормош» фестивалендә ҡатнашыуҙары ла юҡҡа түгел, бар булмышы менән улар сәнғәткә ғашиҡ.
Өлкән быуын вәкилдәре өсөн Хәйбулла районында үткән «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең төбәк этабында ҡатнашыу - үҙ һәләттәрен күрһәтеү майҙанына әйләнде. Берәүҙәр башҡорт, рус халыҡ бейеүҙәрен башҡарһа, икенселәр төрлө музыка ҡоралдарында уйнап, йыр-моңға  маһирлығын күрһәтте.
Фестиваль шарттары буйынса, сәхнәлә 55 йәштән өлкәнерәктәр сығыш яһаны. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, улар күңеле менән йәш.  Етенсе тиҫтәһен ҡыуған Иштимер Ғүмәров та коллективы менән сығыш яһағанда үҙен егеттәрсә тотто.
Барлыҡ сығыштарҙы ла Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова рәйеслегендәге абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Фестиваль еңеүселәре Халыҡ-ара Ололар көнөндә ойоштороласаҡ Гала-концертта сығыш яһаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика