Сәхнә балҡышы, тамашасы алҡышы 22.05.2015

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 95-се ижад миҙгелендә репетуарын тағы ете сәхнә әҫәре менән байытты. Улар төрлө жанрҙарҙа ижад ителгән. Спектаклдәрҙең һәр береһе тулы зал йыйып, ҙур аншлаг менән үтте.

Әлбиттә, быға аптырайһы түгел. Ижади төркөм республиканың тәүге башҡорт театрының үткәнен һәм бөгөнгөһөн сәхнәләштерә. Әле уйналған күренеш тә тап уҙған быуаттың 20-се йылдарын сағылдыра. Ул саҡта Стәрлетамаҡта ойошторолған театрҙың Өфөгә күсеп килеп, опера, балет һәм рус театры менән бер мәҙәниәт йортонда эш башлай.
Ижади төркөм 95-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһап баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары алдында театрлаштырылған концерт менән сығыш яһаны. Бигерәк тә халыҡты артистарҙың сәхнә костюмдарында дефилеға сығыуы һөйөндөрҙө. Быларҙың барыһы ла юбилей миҙгелендә ижад ителгән сәхнә кейемдәре.
Юбилей миҙгелендә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарын ете яңы сәхнә әҫәре менән байытты. Уларҙың береһе «Ҡара йөҙҙәр» драмаһы. Үлемһеҙ әҫәрҙе ижади коллектив сәхнәлә түгел, тамашасы залында уйнауы менән үҙенсәлекле булды. Мөҙәрис Багаевтың «Ике төш» әҫәре лә тамашасы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған драма тарихи ысынбарлыҡты асып һалыуы менән алдырҙы. Әсә ролендә уйнаусы Башҡортостандың халыҡ артисы Шәүрә Дилмөхәмәтова 95-се ижад миҙгеленең «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы буйынса бүләкләнде.
Киләһе ижад миҙгелдә лә театр репертуары береһенән-береһе уңышлы спекталдәр менән байытыласаҡ. Улара раһында 13 быуаттың классик өлгөһө һаналған Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы ла бар. Ә инде ҡалған сәхнә әҫәрҙәре менән тамашасы тик 96-сы ижад миҙгелендә таныша ала.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика