Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында «Ымлап йырлау» буйынса уникаль уҡытыу методикаһы әҙерләнә 22.04.2017

Уҡытыусы Илнур Әйүпов студенттарҙы яңы йүнәлеш буйынса профессиональ яҡтан үҫтерергә теләй.

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенты Алина Лавецкая ымлап һөйләшергә өйрәнә. Профессиональ бейеүсе булырға теләгән ҡыҙ ҡул хәрәкәттәре ярҙамында ишетеү һәләте насар булғандарға йырҙың мәғәнәһен еткерергә теләй. Бының өсөн ул ымдар теле менән яҡшы таныш Алевтина Сидорованың дәрестәренә йөрөй. Белгес йәштәргә ҡыҫҡа ваҡытта, ике-өс көн эсендә бер йырҙың һүҙҙәр системаһын аңлатҡан.
Сергей Боссерт та йөрәгенән сыҡҡан бар кисерештәрен бейеүгә һалырға өйрәнгән.  Ымдар, ишара ярҙамында аралашыу - үҙе бер мөғжизә,-ти ул. Хәрәкәттәр күп. Һәр ымды теүәл күрһәтергә кәрәк, шул ваҡытта ғына йырҙың асылы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең күңеленә үтәсәк. Һуғыш йылдарына арналған был моңһоу композиция талғын хәрәкәттәр талап итә, шуға ла ымдар ярҙамында һүҙҙәрҙе аңлатыу ҙа еңелерәк.
Сергей Боссерт, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы студенты: «Ымдар бейеүҙең сиктәрен киңәйтә, моңдаръяһында гиҙеү оло бәхет. Һәр бер хәрәкәт меңдәрсә уй, хистәр, тәьҫораттар асып һала».
Алина Лавецкая, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы студенты: «Ымдар телендә йырҙың ҡайһы бер һүҙҙәрен генә белеү ҙә етә, иң мөһиме - бер береңде сәнғәт донъяһы аша аңлауҙа. Быға тиклем башлыса аяҡтар менән хәрәкәт итергә тура килгәйне, хәҙер көс ҡулдарға төшә».
Алина менән Сергей уҡыу йортонда «Халыҡ бейеүҙәре» йүнәлеше буйынса уҡый. Ымлап йырлау буйынса вокал хореография композицияһын өйрәнергә уларға уҡытыусылары Илнур Әйүпов тәҡдим итә. Бер ай эсендә әҙерләнгән бейеү күптәрҙең һөйөүен яулап өлгөргән дә инде. Педагог киләсәктә был йүнәлештә эшләп, уҡытыу методикаһын төҙөргә ниәтләй.
Илнур Әйүпов, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы: «Тәүге дәрестән һуң уҡ егет-ҡыҙҙарҙа ыңғай үҙгәрештәр күрҙем. Улар музыканы икенсе төрлө ҡабул итә башланы, хәрәкәттәре шымарҙы. Был буласаҡ балет артистары өсөн тик файҙаға ғына».  
Cтуденттарҙың ымлап йырлау буйынса күләмле эшен Өфөләр 27 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк концертта күрә ала. Йәштәр сәхнәгә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән бергә сығырға йыйына. Артабан был бейеү Еңеү көнөнә арналған сараларҙа ла ҡуйыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика