Республиканың төп телеканалында Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» фильмы күрһәтеләсәк

Республиканың төп телеканалында Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» фильмы күрһәтеләсәк 10.07.2014

Премьера 12 июлгә билдәләнгән. Кино әҫәрендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары ҡатнаша. Фильм Ишембай районының Сәлих ауылында төшөрөлгән.

Урын ижади коллективтың бында яҡынлығын иҫәпкә алып һайланған. Ауылдың күркәм урында ултырыуы, әлегә тиклем унда боронғо йорттарҙың һаҡланыуы ла фильм декорацияһы өсөн отошло тип табылған. Бынан 96 йыл элек ижад ителгән классик әҫәр инде оҙаҡ йылдар театр сәхнәһенән төшмәй. Ә инде фильм төшөрөү идеяһын йәш режиссер Рауил Хәкимов тәҡдим итә. Төп ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Рим Әминев, Гөлшат Зыязитдинова, Венера Хәсәновалар башҡара. Бер сәғәтлек тулы метражлы картинала геройҙар рус телендә һөйләшә. Шулай ҙа ҡайһы бер һүҙҙәр тәржемәһеҙ ҙә ҡалдырылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ғәлиәбаныу» фильмы 12 июлдә киске сәғәт ете тула ун биш минуттан эфирға сыға.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку