Республиканың милли музейында «Федор Шаляпин. Стольниктан Дон Кихотҡа тиклем» музыкаль күргәҙмәһе асылды 02.04.2015

Экспозиция Михаил Глинка исемендәге музей берекмәһе тарафынан әҙерләнгән. Бөйөк бастың грим кәрәк-яраҡтары, театр костюмдары, фотоһүрәттәре - барлығы йөҙҙән ашыу экспонат ижад кешеһенең тормош юлы хаҡында һөйләй.

Федор Шаляпин 60-тан ашыу опера башҡара. Ул тамашасыға Дон Кихот партияһы аша таныла. Музыка белгестәре әйтеүенсә, француз композиторы Жюль Массне был операны Федор Шаляпинға махсус рәүештә яҙған һәм әҫәрҙең уңышы менән рус басына бурыслы. Әйткәндәй, музыкаль күргәҙмә 21 июнгә тиклем дауам итә.
Күргәҙмә сиктәрендә республикала Михаил Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музей берекмәһенең тәүге вәкиллеге асылды. Әлегә буласаҡ экспозиция хаҡында һөйләшеүҙәр бара. Ул Рәсәй гимны тарихына бағышланыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика