Республика театрҙары ижад миҙгелдәрен аса башланы 25.09.2016

Халыҡҡа төрлө жанрҙағы спектаклдәр, премьералар тәҡдим ителә. Репертуар юғары зауыҡлы тамашасыларҙың да күңеленә хуш килерлек бай. Театрҙарға кил генә. Тик бына тап шул «кил генә» хәҙерге сәнғәт, мәҙәниәт усаҡтары өсөн иң ауыр мәсьәлә. Ысынлап та, элегерәк тамашасыны йәлеп итеү өсөн бер генә алым да, реклама саралары ла ҡулланылмаған тиерлек, ә зал шығырым тулы булған.

Спектаклдә башҡарылған йырҙар шунда уҡ халыҡ күңеленә үтеп инеп иң популяр булып киткән. Күптәрен әле лә яратып йырлайбыҙ. Ә хәҙер иһә спектаклгә саҡырыу өсөн ниндәй генә ысулдар юҡ. Рекламаны бүлмәнән сыҡмай ғына эшләргә мөмкин, төрлө интерактив уйындар , театр төндәре һәм башҡалар. Спектаклдәрҙе сағыуыраҡ итеп ҡуйыу өсөн дә заманса технологиялар бар. Ә тамаша залы ҡайһы саҡта партия тамамланып килгән шахмат таҡтаһын хәтерләтә. Дөрөҫ, интернет, телевизор, кинотеатрҙар  бар. Халыҡтың иҫе китеп бармай  хәҙер, тиерһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта бит Мәскәү театрҙары спектаклдәре аншлаг менән үтә. Халыҡ билеттарҙы  ҡиммәт тип ҡарап тормай сират тороп һатып ала. Сәбәп ниҙә? Башҡортостан театрҙары быйыл тамашасыны ниндәй спектаклдәр менән ҡыуандыра?
Башҡортостан театрҙары яңы ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Әле ҡыҙыу репетициялар мәле. Режиссер Рөстәм Хәкимов тамашасыларға «Ханума» музыкаль комедияһын сәххнәләштергән.
Комедия жанрындағы еңел спектаклдәргә халыҡ күпләп йөрөй. Шулай ҙа режиссерҙар бөгөн комедияны ла үҙенсәлекле мәғәнә һалып, тамашасы өсөн ниндәй ҙә булһа яңылыҡ асырлыҡ итеп ҡуйырға кәрәклеген яҡшы аңлай.
Әлбиттә, тамашасыларҙың театрҙарға даими йөрөүе мөһим. Уларҙы йәлеп итерлек спектаклдәр ҡуйыр өсөн, үҙ ерлегебеҙҙәге драматургияға мөрәжәғәт итеү зарур. Шул уҡ ваҡытта сит ил, рус классикаһы ла онотолорға тейеш түгел. Сөнки күп нәмә әҫәргә, репертуарға бәйле ти, театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Абушахманов.
Был юҫыҡта 97-се ижад миҙгелен ҡаршылаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры уңышлы эшләй. Тамашасы ижади коллективтың  драма, комедия жанрҙарындағы сәхнә әҫәрҙәрен ҡарай ала. Бай театр репертуарына октябрь баштарына  Жан Ануйҙың «Антигона» драмаһы ла өҫтәлә. Ул  милли театр сәхнәһендә беренсегә ҡуйыла.
Гел етди драма әҫәрҙәре генә ҡуйылһа ла, зал тултырып килеүсе халыҡтың булмауы ихтимал, ти театр белгестәре. Әммә бындай спектаклдәр актерҙарҙың оҫталығын арттырыу өсөн кәрәк, был уларҙың, театрҙың үҫешенә йоғонто яһай.
Театрҙарҙа хәҙер билеттарҙы онлайн  алыу мөмкинлеге булдырылған, хаҡтары ла ат хаҡы түгел. Реклама бар. Режиссерҙар яңы ысулдар ҡулланып, өр-яңы сәхнә әҫәрҙәре тыуҙыра. Меңләгән тамашасыны бергә йыйған "Театрҙар төнө" акцияһы ла йылдан-йыл үҙ мәртәбәһен арттыра. Ябай тамашасы был кистә актерҙар менән йәнле әңгәмәлә, конкурстарҙа ҡатнашып, үҙенә оҡшаған жанрҙа спектакль ҡарай ала. Быйыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры театраль квест ойоштора, тамашасы сәхнә артындағы тормош менән таныша аласаҡ.
Тик ни өсөн беҙҙең халыҡ театрҙан алыҫлашты? Бәлки халыҡ үҙе рух асылын юғалта башлағандыр. Бәлки, шунлыҡтан саҡырыу ҡағыҙы эләккәндә генә мәҙәниәт усағы ишеген асып инеүҙе хуп күрәлер.
Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡто кисергән театр иң мөһиме үҙенең ижади ҡеүәтен юғалтмай, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеүен дауам итә. Яҡшы спектаклдәр ҡуя.  Тик ни өсөн уҙған быуаттағы кеүек сират тороп билет алыусылар, зал тултырып килеүселәр һаны ҡырҡа әҙәйҙе? Ҡайһы саҡта тамаша залдарының яртыһы буш булыуы бәлки, халыҡтың сәнғәткә битарафлығынан,  рухиәт, мәҙәниәт,әхлаҡ кеүек төшөнсәләрҙе юғалта барыуына бәйлелер?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика