Республика сәхнәһенең иң сағыу баритондарының береһе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Йәмил Әбделмәнов 50 йәшлек юбилейын билдәләй 24.11.2015

20 йылдан ашыу  талантлы замандашыбыҙ тәү башлап эшләй башлаған Башҡорт Опера һәм балет театрына тоғро ҡала, юбилей кисәһенә лә дуҫтарын, коллегаларын һәм тамашасыларын ул ошонда саҡырҙы. Сәхнәнән башҡорт һәм рус композиторҙары әҫәрҙәре яңғыраны, Йәмил Әбделәхәт улы уларҙы бер тигеҙ оҫта башҡара.

Кешелек тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр байтаҡ. Йәмил Әбделмәновтың ижады ла һис шикһеҙ башҡорт сәхнәһенең сағыу биҙәге булып тора. Назар Нәжми әйтмешләй, ул донъяға матурлыҡ өләшеү өсөн килгән. 20 йылдан ашыу Йәмил Әбделәхәт улы тиҫтәләгән опера партиялары башҡара. Шуға ҡарамаҫтан, юбилей кисәһе алдынан артист ныҡ тулҡынлана.
Бөгөн Йәмил Әбделмәнов тамашасы алдында Вердиҙың Жермоны ла, Россиниҙың Фигароһы ла түгел, ә үҙенең образында баҫты. Артисты яҡын белеүселәр тормошта уны бик ябай һәм баҫалҡы кеше тип билдәләй. Йәмил Әбделәхәт улы ата-әсәһенең өлкәндәрҙе ихтирам итергә, киң күңелле булырға өйрәтеүен хәтерләй. Артистың ижадын һөйөүселәр уны тап шундай тип белә.
Солистың хор менән аңлаша белеүенән сығыштың ни тиклем уңышлы булыуы тора. Ансамблдә бәләкәй генә етешһеҙлек тә шунда уҡ күҙгә салына. Ә бына Йәмил Әбделмәнов менән эшләү үҙе бер бәхет, ти коллегалары. Артист үҙенә бик талапсан, яҡындағыларына ла тик ыңғай йоғонто яһай.
Бай тәжрибәһен юбиляр йәштәр менән дә уртаҡлаша. Йәмил Әбделмәнов Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһында уҡыта, студенттарына сәхнәлә тәүге аҙым яһауҙа булыша.
Халыҡ йырҙарын, сит ил һәм Рәсәй, Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәрен тамашасы ихлас ҡабул итте. Йәмил Әбделмәновтың сағыу баритон тауышы йәнә күңелдәрҙе арбаны. Юбилярға иң изге теләктәр, йылы ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Улар араһында оҙон ижад юлы теләге башҡаларҙан йышыраҡ әйтелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика