Республика башлығының шыршы байрамы быйыл 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә

Республика башлығының шыршы байрамы быйыл 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә 15.12.2015

Өфөгә республиканың барлыҡ төбәктәренән 780 бала саҡырылған.  Улар - уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадалар, Бөтә Рәсәй һәм төбәк  фестивалдәре, конкурстар һәм спорт ярыштары  еңеүселәре, шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән , һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр ғаиләләрендә   тәрбиәләнеүселәр.

Быйыл балаларға «Яңы йыл биттәре буйлап йәки Әкиәт бурҙары» тигән спектакль күрһәтеләсәк. Уның ҡуйыусы -режиссеры Илшат Фәхертдиновтың әйтеүенсә, яңы йыл тамашаһының төп геройы - балаларға иң яҡшы әкиәт китаптары бүләк итергә теләүсе Ҡыш бабай. Балаларҙы шулай уҡ концерт залының фойеһында ла ҡыҙыҡлы программа - күңелле конкурстар, викториналар, шыршы тирәләй күңел асыу көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика