Рәсәйҙең үҙәк сәхнәләренең береһендә  «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең  концерты үтте 23.09.2014

Сағыу тамашаны ҡарарға илдең баш ҡалаһында йәшәүсе бик күп кеше йыйылды. Улар өсөн халҡыбыҙҙың ижад гәүһәрҙәре менән бер рәттән, башҡа милләттәрҙең дә  мәҙәниәтен  сағылдырған сағыу программа тәҡдим ителде.  

Чайковский исемендәге концерт залы илдә иң ҙурҙарҙан һанала. Уның сәхнәһендә башлыса донъя кимәлендә танылыу алған сәнғәт оҫталары ғына сығыш яһай. Әммә был юлы Мәскәү филармонияһы майҙансығы Өфөнөң «Мираҫ» фольклор ансамбленә бирелде. Әйтергә кәрәк, Мәскәү тамашасыһы яҡташтарыбыҙҙың һәр сығышын йылы ҡабул итте. Баш ҡалалағы концертта «мираҫ»тар республикабыҙҙың күп милләтле мәҙәниәтен сағылдырҙы. Улар башҡарыуындағы төрлө халыҡтарының йырҙары һәм бейеүҙәре концертҡа килгән бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика