Рәсәйҙең 10 театр һәм театраль коллективына грант

Рәсәйҙең 10 театр һәм театраль коллективына грант 02.11.2015

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры федераль грантҡа лайыҡ булды. Уны тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә үтте.

11 миллион һум аҡсаны ижади коллектив яңы проектты тормошҡа ашырыуға тотонорға иҫәп тота. Театр Георг Гендельдың «Геракл» операһын ҡуйырға ниәтләй. Ул Рәсәй кимәлендәге премьера булыр тип көтөлә. Сөнки әҫәр быға тиклем бер ҡасан да сәхнәгә сыҡмаған.
Артем Макаров, башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры:
«Рәсәй хөкүмәтенең мәҙәниәт усаҡтарына бындай ярҙам күрһәтеүе бик яҡшы күренеш. Сөнки ҡыҙыҡлы, сағыу постановка эшләү күп сығымдар талап итә. Был грант эшебеҙҙе юғары художество кимәлендә башҡарыуҙа ҙур ярҙам булыр тип уйлайбыҙ».
Төбәк театрҙарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән Рәсәй хөкүмәте гранты быйыл икенсегә бүленә. Конкурсты үткән коллективтарға ниндәйҙер конкрет проектты тормошҡа ашырыуға аҡса бирелә. Быйыл гранттарҙың дөйөм суммаһы 100 миллион һум тәшкил итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика