Оло Еңеү кескәй йөрәктәрҙә

Оло Еңеү кескәй йөрәктәрҙә 15.04.2015

«Тамыр» телеканалы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап балалар өсөн сағыу байрам ойошторҙо. Тамашала студияла шөғөлләнеүсе малайҙар-ҡыҙҙар, төрлө конкурс еңеүселәре ҡатнашты.  

Концерт башланырға әҙ генә ваҡыт ҡалһа ла, кескәйҙәрҙә тулҡынланыуҙың әҫәре лә юҡ. Берәүҙәр йыр-бейеүен ҡабатлаһа, икенселәр биҙәнеп-төҙәнә, костюмдарын кейеп ҡарай. Уларҙың һәр береһенең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатай-өләсәйҙәре бар. Шуға ла был концертты йәш артистар уларға бүләк итеп әҙерләй. 10 йәшлек Батырхан Шәйхетдинов сәхнәгә тәүге тапҡыр ғына сыҡмай. Был юлы ул дуҫтары менән бергә сығыш яһай.
Әйткәндәй, Батырхандың олатаһының тыуған көнө Бөйөк Еңеү көнөнә тура килә. Ҡыҙғанысҡа, Фәхретдин Мырҙағолов 9 майға тиклем 100 көн ҡалды тигәндә вафат була. Был концертҡа олатаһы килә алмаһа ла, егет сығышын бар ветерандарға бағышлай.
Был малай-ҡыҙҙар халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Уларҙың һәр береһе 3-4 йәштән вокалға йөрөй.  «Тамыр» йыр-моң ансамбленең «Һалдат йыры»н залдағылар тулҡынланып тыңланы.
Сәхнәгә ике йөҙҙән ашыу бала сыҡты. Иң йәш алып барыусы Сәлимәгә ни бары биш йәш. Ләкин ҙур сәхнә уны бер ҙә ҡурҡытмай. Концертта кескәй артистар менән «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәре лә сығыш яһаны.
Концертта зал тамашасылар менән тулы булды. Сәхнә лә Бөйөк Еңеүгә арнап биҙәлгәйне. Уны өсмөйөшлө хаттар һәм кескәйҙәрҙең ҡаһарман олатайҙарыбыҙға бағышлаған һүрәттәре байытты.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика