Нәҫелдән килгән талант ҡасан да булһа үҙен һиҙҙерә

Нәҫелдән килгән талант  ҡасан да булһа үҙен һиҙҙерә 01.08.2016

Мәскәүҙә йәшәүсе Гөлфиә Баҙранова күптән түгел картиналар яҙа башлаған. Инженер һөнәре буйынса эшләгән ҡыҙ кейәүгә сығып, балаға уҙғас, үҙендә рәссамлыҡ һәләтен асҡан.            

Гөлфиәнең ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Әйтерһең дә был эш менән ғүмере буйы шөғөлләнгән.   Күңел төбөндә йәшенеп ятҡан ижад ялҡыны  ҡапыл тоҡанған. Бына ике аҙна инде  ул  ҡыл ҡәләм һәм буяуҙар ярҙамында мөғжизә тыуҙыра.Күберәк тәбиғәт күренештәре илһамландыра, ти.
Бер процент һәләт, туҡһан  туғыҙ процент тырышлыҡ тигәне   киреһенсә лә булалыр, күрәһең. Ысынлап та ижадсылар араһында бындай миҫалдар бихисап.  
Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы тапҡыр һүрәт төшөрөүе мәктәптә рәсем дәресендә булған. Декрет ялында буш ваҡыт булыуымы, әллә атаһынан ҡалған буяуҙарҙың тик тороуымы -  ижадсы үҙендә тапҡан  шөғөлгә асыҡ ҡына аңлатма бирә алмай.
Ә эштәре рәссамдарҙыҡынан ҡалышмай. Ижадҡа һөйөү  нәҫелдән дә килә  - йорттарын атаһы Урал Ҡылысовтың картиналары биҙәй. Туғандары араһында  республикала киң билдәле балта оҫталары  бар. Булған талантҡа  юл биреү  тормошто матурлай, уның эйәһендә йәшәргә дәрт уята. Гөлфиә Баҙрановала иһә рәссамлыҡ һәләте  бала көткәндә  асылыуы үҙе бер мөғжизә.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика