Мордва мәҙәниәте байрамы 02.09.2014

Ҡырмыҫҡалы районының Илтирәк ауылында фольклорсы, этнограф, дин әһеле Авксентий Юртовтың 160 йыллығы билдәләнде. Байрам сиктәрендә ғалимға бюст һәм күп функциялы мәҙәниәт үҙәге асылды. Тантаналарҙа Мордовиянан да рәсми делегация ҡатнашты.

Был байрам Авксентий Юртовтың 85 йәшлек ейәнсәре өсөн генә тулҡынландырғыс түгел. Бөтә эрзялар һәм муҡшылар өсөн байрам ҙур әһәмиәткә эйә. Мәғрифәтсенең тырышлығы менән мордва халҡы туған тел һәм әҙәбиәтен өйрәнә, беренсе әлифбаны ҡулына ала. 160 йәшлек юбилейҙа республика Президенты грантына эшләнгән бюсты асыу тантанаһы халыҡ өсөн ҙур мәртәбә булды.
Елизаветта Юртова, Авксентий Юртовтың ейәнсәре: «Олатайымды ҙурлап бюст асыуҙары - минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Скульпторҙар уны тормоштағы кеүек, һәр бер үҙенсәлеген еренә еткереп һынландырған. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!».
Халыҡ араһындағы һөйөү һәм абруй - Авксентий Юртовҡа күп яҡлы хеҙмәте өсөн ҙур баһа. Ғүмеренең күп өлөшөн ул Илтирәк ауылында үткәрә. Туған тел уҡытылған мәктәпкә нигеҙ һала. Бөгөн республиканың 11 белем усағында эрзя мордва теле уҡытыла. Ҡырҡ тиҫтәһен тултырғанда ғалим дин әһеле булырға ҡарар итә һәм Михаил-Архангельск ҡорамында эш башлай. Ғибәҙәтхана бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә. Үҙе изге йорттоң эргәһендә урынлаша. Тыуып үҫкән йорт нигеҙен ейәндәре ҡоротмай. Байрамда бөтә ҡунаҡтар ҙа шәхестең йортонда булды, шәхси әйберҙәрен күрә алды. Юбилей сиктәрендә модернизацияланған мәҙәниәт йорто тантанаһын асыу ҙа үтте. Бында Юртов исемендәге зал эшләп килә. Мордва йәмғиәте тормошонда актив ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү байрам концертына биҙәк өҫтәне.
Иван Карпов, төбәк-ара мордва халҡы йәмғиәте рәйесе урынбаҫары: «Мин төрлө төбәктәрҙә Юртовҡа бағышланған юбилей тантаналарында булдым. Башҡортостанда был байрам киң масштаблы һәм йөкмәткеле үтә».
Төрлөлөктә - берҙәмлек. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтенең милли үҙенсәлеге һәр ваҡыт дуҫлыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булып тора.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика