Минең ғәжәйеп донъям

Минең ғәжәйеп донъям 06.11.2014

Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество  музейында  балалар араһында иғлан ителгән һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул БАССР-ҙың арҙаҡлы рәссамы  Алексей Кузнецовтың яҡты иҫтәлегенә арналды.    

Сараның төп маҡсаты -  йәштәр араһында тыуған илгә һөйөү уятыу,  йәш рәссамдарҙы асыҡлау.  Конкурс талаптарына ярашлы,  балаларҙың эштәрендә  ысынбарлыҡтағы тормош сағылырға тейеш ине. Һөҙөмтәлә «Минең ғәжәйеп донъям» бәйгеһе баһалама ағзаларында бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.  Ни өсөн тигәндә, һүрәттәргә ҡарап ата-бабаларыбыҙҙың тарихына, йолаларына, тыуған яҡтың тәбиғәтенә  тағы ла бер тапҡыр әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек тыуҙы. Ул шулай уҡ киләсәк быуындарға  төрлө яҡлап үҫергә  ярҙам итеүе менән дә әһәмиәтле, ти конкурсты ойоштороусылар. Ә инде бәйге еңеүсеһе тип  13 йәшлек Алһыу Диваева  танылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку