«Мине дауалаусы дошман» 06.07.2017

Башҡорт кинематографияһын тулыландырған яңы фильм шулай атала. Өфөлә йәш режиссер һәм сценарий авторы Фәрзәнә Утарбаева тамашасы хөкөмөнә йәнә бер картина тәҡдим итте. Был ярты йыл эсендә ижад ителгән икенсе фильм һанала.

25 минутлыҡ картина табип менән пациент араһындағы мөнәсәбәтте күҙ алдына баҫтыра. Төп ролде башҡарыусы Рита Альберт ҡыҙы тәжрибәле табип-невролог, уның пациенты амнезиянан яфаланыусы оло йәштәге ир. Артабан ваҡиғалар үҫеше бала саҡтағы үпкәгә алып ҡайта. Ата һөйөүен күрмәй үҫкән ҡыҙҙың йылдар үткәндән һуң, атаһын тәүгә күреүе. Табип алдында һайлау баҫа. Гиппократ антына тоғро ҡалып пациентты дауаларғамы, йә бала саҡ рәнйеүҙәрен өҫтөн ҡуйырғамы?
Фильм табиптар ҡыҙыҡһыныуынан сығып  һәм уларҙың ярҙамында төшөрөлә. Шуға ла эш бер ай эсендә тамамлана. Һәм тәүге тамашасылары ла табиптар үҙҙәре була. Картина майҙа Өфөлә үткән IV төбәк-ара неврология форумында күрһәтелә. Әйткәндәй, кинола ла театр артистарынан тыш, аҡ халатлылар үҙҙәре лә төшкән. Төп ролде башҡарыусының да шулай уҡ үҙен кинематография өлкәһендә тәүгә һынауы. Тәүге етди роль.
Айгөл Шакирова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Мине дауалаусы дошман» фильмында төп ролде башҡарыусы: «20 йыл театр сәхнәһендә эшләйем, ә кино өлкәһендә был минең тәүге тәжрибәм. Яңы һөнәр менән танышыуыма сикһеҙ шатмын. Сәхнәлә уйнау ул бер булһа, ә кадрға төшөү бөтөнләй икенсе икәнлегенә төшөндөм. Минең өсөн был ҙур яңылыҡ. Тамашасы залында үҙемдең уйнағанымды күҙәтеүҙән көслө тәьҫораттар кисерҙем».
Әйткәндәй, был йәш режиссерҙың һәм сценарий авторының ярты йыл эсендә тамашасы хөкөмөнә тәҡдим ителгән  икенсе фильмы. Фәрзәнәнең тәүге эше «Ҡырағай» исеме аҫтында донъя күрҙе. Ул да шулай уҡ йәмғиәттең мәңгелек ҡиммәттәрен үҙ эсенә ала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика