Милли ҡомартҡы – «Урал батыр» эпосы башҡорт телен өйрәнеүселәр һанын арттыра

Милли ҡомартҡы – «Урал батыр» эпосы башҡорт телен өйрәнеүселәр һанын арттыра 28.11.2014

Үлемһеҙ әҫәр төрлө телдәрҙә яңғырай, донъяла уға ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Бөгөн Өфөлә үткән  Рәсәй халыҡтары һәм сит телдәрҙә эпосты һөйләү буйынса 5-се йәш сәсәндәр бәйгеһе лә ошоно иҫбатланы.

Аладдин Самедов «Урал батыр» эпосын  әзербайжан теленә тәржемә итеүсе булараҡ билдәле. Һуңғы йылдарҙа башҡорт тел ғилеме, эпосты өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлгән эшҡыуар әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Башҡорт телен өйрәнәм» проектында ҡатнаша. Эпостың барлыҡ нескәлектәрен ул ижад ителгән телде белгәндә генә аңларға мөмкин, ти ул.
Рәсәй халыҡтары һәм сит телдәрҙә эпосты һөйләү буйынса йәш башҡарыусылар бәйгеһе - республикала боронғо ҡомартҡыны өйрәнеүгә йүнәлтелгән сарларҙың береһе. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта. Быйыл ике йөҙҙән ашыу  егет һәм ҡыҙ «Урал батыр»ҙы төрлө телдәрҙә яттан һөйләүҙә көс һынашты.
Елизавета Зеброва, Ольга Алымова, бәйгелә ҡатнашыусылар: «Беҙ эпостың тәүге өлөшөн инглиз телендә һөйләйбеҙ. Унда ерҙә тормоштоң нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында һүҙ бара. Беҙҙең өсөн был бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт».  
Быйылғы бәйгелә «Урал батыр» эпосы тәүгә әзербайжан, ҡытай һәм ғәрәп телдәрендә яңғыраны. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киң.  Сибайҙан  Арина Әйүпова конкурста  эпосты рус телендә илһамланып һөйләүе һәм сағыу кейеме менән дә айырылып торҙо .
Конкурста бер кем дә әҫәрҙең мөмкин тиклем күберәк өлөшөн ятлауҙа ярышмай. Төп талап эпосты тасуири итеп һөйләү, уның эстәлеген яҡшы  белеү.
Ижади бәйге уҡыусылар өсөн ҙур байрамға әйләнде. Сарала ҡурай, думбыра,ҡумыҙ моңдары яңғыраны.  «Урал батыр» эпосы конкурсының эмблемаһына тәкдим ителгән һүрәттәр ҙә һәр кемдә  ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика