Михаил Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы беренсе тапҡыр хәйриә сәнғәт аукционы ойошторҙо

Михаил Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы беренсе тапҡыр хәйриә сәнғәт аукционы ойошторҙо 13.02.2015

Сарала  Башҡортостан рәссамдарының алты тиҫтәләп картинаһы һатыуға сығарылды. Йыйылған аҡса өс мөһим проект өсөн тотоноласаҡ. Ул шәкәр диабеты менән яфаланған балаларға инсулин помпаһы алыу, Вологда ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Михаил Копьевтың шәхси күргәҙмәһен ойоштороу. Шулай уҡ Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана яңы мәғлүмәт залын булдырыу теләге менән яна.

Сәнғәт акционында 400 мең һумдан ашыу хаҡҡа туғыҙ картина һатылды. Михаил Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында хәйриә экспозицияһы 17 февралгә тиклем дауам итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика