Марсель Сабиров «Голос. Дети» проектының финалына үтә алманы

Марсель Сабиров «Голос. Дети» проектының финалына үтә алманы 16.04.2016

Шулай ҙа кескәй яҡташыбыҙға музыкаль конкурстың өҫтәлмә этабында үҙен йәнә бер тапҡыр һынап  ҡарау мөмкинлеге бирелде. Уның артабан бәйгелә ҡалыу-ҡалмауын остазы түгел, ә  тамашасылар хәл итәсәк. Тиҙҙән Беренсе каналдан тауыш биреү иғлан ителәсәк.

Марсель Сабиров «Голос. Дети» проектында ҡатнашыуына, ысынлап та, шат. Тормошто яратыусан, алсаҡ күңелле малай бәйгенең «Алыш» этабында бер юлы өс конкурстант менән сығыш яһаны. Леонид Агутин «Аллилуйя» йырының тексын рус теленә үҙе тәржемә иткән һәм тамашасылар өсөн ул яңы премьера кеүек тә булды. Остаз ярымфиналға дәғүә итеүселәрҙең барыһын да маҡтап телгә алды, әммә был бәхет тик берәүһенә генә тейҙе.
Һөҙөмтәлә ярымфиналда Леонид Агутиндың командаһында биш кеше генә ҡалды, уларҙың һәр ҡайһыһы берешәр йыр башҡарҙы. Яҡташыбыҙ сәхнәгә дәртле "Ямайка"һы менән иң аҙаҡҡы булып  сыҡты. Марсель Сабировтың тауышы менән һоҡланмау мөмкин түгел ине, тамашасыларҙың көслө алҡыштары ла быға асыҡ дәлил. Шулай ҙа остаз киләһе этапҡа ҡыҙҙарҙы ғына алырға ҡарар итте.  Марсель өҫтәмә этапта  үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Унда тамашасылар араһында тауыш биреү ойошторола.
Шуныһы ҡыуандырҙы, Леонид Агутин финалға үтеүселәрҙе билдәләгәс тә, Марсель Сабиров төшөнкөлөккә бирелмәне. Сәхнәлә барыһына ла рәхмәт әйтеп, хатта,  оркестр дирижеры Сергей Жилиндың ҡулын да ҡыҫып өлгөрҙө. Яҡташыбыҙ үҙенең синыфташтарын да онотмай, сәхнәләге ҡыҙыу атмосфераны бер аҙ йомшартып та алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика