Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында премьера! 15.03.2017

17 - 18 мартта театр сәхнәһендә Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һөйәһеңме - һөймәйһеңме...» трагикомедияһын ҡарарға мөмкин. Әле театрҙа ҡыҙыу репетициялар бара. Спектаклдең режиссеры -  Илсур Ҡаҙаҡбаев. Премьера алдынан ҡуйыусы-режиссер, артистар журналистар менән осрашып, һорауҙарға яуап бирҙе.

Пьеса буйынса Абдулла исемле геройҙың төшөнә көтмәгәндә Әжәл инеп ҡурҡыта. Ҡартҡа ул ғүмеренде оҙайтҡың килһә, өс сәғәт эсендә берәй сауаплы эш башҡар тип ҡуша. Абдулла күргәндәрен түкмәй-сәсмәй Фатимаға һөйләп бирә. Геройҙар баш ватып изгелек  ҡыла башлай. Уларҙың  күҙ алдынан бер-бер артлы йәшлек хәтирәләре үтә. Тик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡарттар сауап эшләп өлгөрөрме һуң? Тамашасылар һорауға яуапты спектаклде ҡарағандан һуң табыр. Әйткәндәй, Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» спектакле бынан 25 йыл элек, ошо уҡ театр сәхнәһендә режиссер Рифҡәт Исрафилов тарафынан ҡуйыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика