Мәскәүҙең «Сәсән» ижади берекмәһе тыуған көнөн билдәләй

Мәскәүҙең «Сәсән» ижади берекмәһе тыуған көнөн билдәләй 04.10.2016

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  ойошма   илдең баш ҡалаһында үткән мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап  йәмәғәтселектең абруйын яулап өлгөрҙө.

Сәсәндәрҙең  бәләкәй юбилейы «Мәҙәниәттәр диалогы» китапханаһында  ойошторолдо.  Был учреждение  Мәскәүҙә йәшәгән төрлө  милләт халыҡтары өсөн берҙәмлек, дуҫлыҡ үҙәгенә әйләнгән.  Әле бында эстон рәссамының күргәҙмәһе эшләй, ә  вьетнам мәҙәниәте мөйөшө  ошо көндәрҙә ябылырға тора.  «Сәсән»  ижади берекмәһе лә тап  ошо «Мәҙәниттәр диалогы» китапханаһында   эшләп килә. Ойошманың  эшмәкәрлеге күп яҡлы.
Мәҙәни сараларҙан тыш, яҡташтар осрашыуҙары ла гөрләп үтә. Тыуған көнгә арналған концертҡа  Мәскәү  башҡорттарынан тыш, башҡа диаспоралар вәкилдәре лә килде. Байрамды Өфө режиссеры Гөлназ Ғәлимуллинаның фотокүргәҙмәһе биҙәне.  Ошонда уҡ «Сәсән»дең етәксеһе Әлфиә Агееваның шиғри йыйынтығының исем туйы ла үтте.  Авторҙың икенсе китабына  берекмә ағзаларының ижад емештәре лә инәсәк.
Әлфиә Агеева, «Сәсән» ижади берекмәһе етәксеһе: «Сәсән  ул һүҙ оҫтаһы ғына түгел, кешене аң-белемгә, ғилемгә өндәүсе лә, ойошторусы ла. Шуға күрә беҙҙең ижади берекмәнең дә эшмәкәрлеге төп яҡлы. Беҙ халыҡты берләштереүсе, алға әйҙәүсе үҙәк булырға тейешбеҙ.   Тыуға ерҙән ситтә төпләнеүселәргә  милли-мәҙәни тамырҙарын онотмаҫҡа ла ярҙам итәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика