Мәрйәм Бураҡаеваның пьесаһы халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

Мәрйәм Бураҡаеваның пьесаһы  халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы 30.11.2015

Конкурс бидәле театр эшмәкәре, журналист, яҙыусы Халдун Танерҙың  тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.  Ижади бәйгелә  2 тиҫтәгә яҡын илдән 100-ҙән ашыу әҫәр ҡатнаша.

Донъяның төрлө мөйөштәренән килгән  эштәр араһынан 5 әҫәр- Башҡортостан, Ҡаҙағстан-Уйғыр, Әзербайжан, Ғағауыз, Төркмәнстан яҙыусыларының   ижад емештәре еңеүсе тип табыла. Республиканан абруйлы исемлеккә Мәрйәм Бураҡаеваның «Күләгә» пьесаһы эләккән.  Әҫәр золом ҡорбандары хаҡында булһа ла унда  тәрбиә  проблемаһы ла  мөһим урын биләй.Сөнки  болғаныштар мәлендә    ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн   әхлаҡи ҡанундарҙан тайпылыусылар ҙа була. Әммә тормошта һәр бер хата, яңылышлыҡтар өсөн яуап бирергә тура килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика