Мәҙәни үҫеш тарихҡа хөрмәттән башлана

Мәҙәни үҫеш тарихҡа хөрмәттән башлана 25.06.2016

Өфөлә мәҙәниәт буйынса координация советы ултырышында ҡатнашыусылар бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында булды. Рәсәй төбәктәренең мәҙәниәт министрҙары Илтирәк ауылында  күп функциялы ауыл клубын ҡараны,  Прибелький мәҙәниәт йортоноң эш алымдары менән танышты,  Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды һәм "Сыңла салғы" республика фольклор байрамына тамаша ҡылды.

Йыр-бейеү, уйын-ярыштар. Бишауыл-Уңғар ауылы эргәһендәге  иркен майҙанда бөтәһе лә бесән мәле менән бәйле.  Сәхнәлә  йәштәр бесән сабыуҙы  бейеү хәрәкәттәренә һалһа, өлкәнерәктәр күбәләү ваҡытын сағылдырған. Ә бына эргәлә генә шифалы үлән сәйҙәре бешә, уңған хужабикәләр иң тәмле сәй  әҙерләү буйынса ярыша.
Ә йәш ҡыҙҙар аллы-гөллө ялан сәскәләренән гөлләмәләр йыя, таждар үрә. Ошонда уҡ флористика буйында оҫталыҡ дәрестәре лә үтә. Таж үреү матурлыҡҡа һөйөү тыуҙыра, ти ҡыҙҙар.
Ә иң ҡыҙыу ярыш  салғысылар араһында бара. Майҙанда бесән сабыусы ҡыҙҙар-егеттәр тиҙлеккә, оҫталыҡҡа һынау тота, ҡатнашыусылар төрлө райондарҙан килгән.
Бөгөнгө техника заманында салғы ҡомартҡы, байрам биҙәге булраҡ ҡына һаҡланып ҡалһа ла, элегерәк ул  күп ғаилләрҙе туйындырусы эш ҡоралы булып тора. Был һөнәргә өйрәнеү өсөн таһыллыҡ та, маһирлыҡ та талап ителә. Үләнде ҡырып сабыу өсөн салғының үткер булыуы ғына түгел, физик көс тә, ҡеүәт тә кәрәк.
Әле лә салғыға тоғролоҡ һаҡлап, бесәнде ҡул көсө менән эшләүселәр байтаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙың күркәм кәсебе онотола, юғала бара. Ҡырмыҫҡалылар боронғо һөнәрҙе фестиваль рәүешендә һаҡлап ҡалыу, киләһе быуынға тапшырыу  маҡсатын ҡуйған да инде. Сыңла салғы барамы өсөнсө тапҡыр ойошторолған.
Майҙанда иң яҡшы үлән ашы бешереүсе, ҡыуыш ҡороусы, һыу ташыусы кеүек бик күп ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолған.  Илдең төрлө төбәктәренә килгән  мәҙәниәт министрҙары  тарихҡа тоғролоҡто, быуындар күсәгилешлеген һаҡлауҙы юғары баһаланы. Тыва Республикаһының мәҙәниәт министры Алдар Тамдын борон башҡорттоң да Алдар батыры булғанын беләм,  данлы башҡорт еренә аяҡ бакҫыуыма шатмын, тип хис-тойғоларын хатта, өзләүгә һалды.
Тарихын хөрмәт иткән халыҡтың киләсәге лә яҡты. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҙа Башҡортостан  ауыл клубтарының эше Бөтә Рәсәйгә өлгө тип билдәләне.  Ҡунаҡтар был ысынбарлыҡҡа Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында ла инанды. Прибельский ҡасабындағы мәҙәни усаҡҡа башҡа төбәктәргә үрнәк булырлыҡ. Бында  йәштәр өсөн түңәрәктәр ҙә, китапхана ла, фольклор ансамблдәре лә уңышлы эшләй.
Төбәктәрҙең алдынғы эш тәжрибәһен уртаҡлашыу, проблемаларҙы бергәләп хәл итеү хаҡында һүҙ пленар ултырышта барҙы. Мәҫәлән, ҡайһы бер субъекттар ауыл клубтарында интернет булмауға зарланһа, беҙҙә хатта, видеобәйләнеш аша вокал дәресе алырға мөмкин. Ҡырмыҫҡалылар йылдар дауамындағы тәжрибәне заман технологиялары менән камиллаштырып халыҡтың мәҙәни тормошон  яңы биҙәктәр менән байыта. Һәм ошо уҡ күренеште республиканың һәр ҡала-районында күрергә мөмкин. Илдәге бар мәҙәниәт министрҙарының тәжрибә туплау артынан тап  Башҡортостанға йыйылыуы шуға асыҡ дәлил.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика