Лайыҡлылар баһаланды

Лайыҡлылар баһаланды 11.10.2014

Бөгөн Күгәрсен районында   Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Журналистика өлкәһендә быйыл  абруйлы награданы «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов,  «Ҡыҙыл таң» редакцияһының бүлек мөдире Олег Төхвәтуллин,  «Молодежная газета»нан  Людмила Кашапова алды.  

Йылы ҡотлауҙар, ижади уңыштар теләү, алҡыштар. Сираттағы Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын тапшырыу йолаға ярашлы үтә. Бүләкләнеүселәр араһында ла иң абруйлылар. Мәҫәлән «Молодежная газета»ның бүлек мөдире Людмила Кашапова уҡыусыларға үҙенең ныҡышмаллылығы, мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын эҙләү буйынса таныш. Премияға ул үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү мәсьәләләрен күтәргән материалдар серияһы өсөн тәҡдим ителгән. «Атайсал»дың баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов иһә үҙен йәмәғәтселеккә яҙыусы, тәжрибәле журналист итеп танытҡан. «Тарат әле моңһоу уйҙарымды» китабы быйыл юғары наградаға лайыҡ тип танылды. Өсөнсө бүләкләнеүсе - ауыл хужалығы белгесе, «Ҡыҙыл таң» гәзитенең бүлек мөдире Олег Төхвәтуллин.  
Быйыл абруйлы дәрәжәгә барлығы 8 кеше һәм бер коллектив дәғүә иткән. Элеккесә, еңеүсе тип уларҙың 3-һе танылды. Лауреаттарҙы бүләкләү фонды ла йылдан-йыл арта бара, хәҙер ул 100 мең һумға еткән. Бынан тыш, дәғүәселәр араһындағы конкуренция ла яңы кимәлгә сыға тип билдәләй комиссия ағзалары.  
Йола буйынса тантана Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған ауылын да урап үтмәй. Ҡунаҡтар шәхестең музейы менән таныша, уның һәйкәленә сәскә һалып, ихтирамын белдерә.  Лауреаттар аллеяһына ла йыл һайын шыршы ағастары өҫтәлеп бара.
Республикабыҙҙа публицистикаға, журналист эшенә иғтибар кәмемәй. Тимәк, көнүҙәк мәсьәләләр, халыҡтың көнкүреше лә онотолмаҫ, был юҫыҡта эш дауам итер тигән өмөт бар. Сөнки ҡәләм оҫталарының төп бурысы-халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика