Компьютерҙар ихтилалы

Компьютерҙар ихтилалы 29.12.2014

Яңы йыл байрамы хәүеф аҫтында, сөнки Ҡыш Бабайҙы роботтар ҡулға ала. Өмөт тик Ҡарһылыу һәм уның тоғро дуҫтарында ғына. Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә бәләкәстәр өсөн шыршы байрамы үтте. Сарала профсоюз ойошмалары ағзалары ғаиләләре ҡатнашты.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге филармония артистары быйылғы тамаша өсөн замана спектакле әҙерләгән. Сценарий буйынса, Ҡыш бабай үҙе ҡорған роботтар ҡапҡанына эләгә. Билдәле булыуынса, унһыҙ Яңы йылды күҙ алдына килтереп тә булмай. Ҡыйыу Ҡарһылыу олатаһына ярҙамға ашыға. Балалар спектаклде ҡарап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә ҡатнаша алды.
Быйылғы профсоюз ойошмалары хеҙмәткәрҙәрененең шыршы байрамында 500-ләгән ата-әсә һәм уларҙың бәләкәстәре ҡатнашты. Сараға шулай уҡ мөмкинлектәре сикле балалары булған ғаиләләр һәм балалар йорто тәрбиәләнеүселәре саҡырылды.
Шыршы эргәһендә иһә балаларҙы Шерлок Холмс ҡаршы алды. Бәләкәстәр үҙҙәрен шымсы ролендә һынап ҡараны, дедуктив алымдарға өйрәнде. Байрам кәйефе ололарға ла күсте.  
Профсоюз ойошмаларының Яңы йыл байрамдары 19 декабрҙән башланды. Республика буйынса сараларҙа 400 меңгә яҡын бала ҡатнашасаҡ. Күңелле иртәләр ҡышҡы каникулдарҙа ла дауам итәсәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика