Хеҙмәт алдынғыларына юғары баһа 30.09.2016

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе  Сергей Молчанов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Биш тиҫтәнән ашыу кешенең хеҙмәттәге фиҙаҡәр ҡаҙанышы ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Башҡортостан Президенты хакимиәтенең тәүге етәксеһе Салауат Әминевты республикала белмәгән кеше һирәктер. Ваҡытында ул шулай уҡ мәҙәниәт министры ла, Рәсәйҙең һалымдар һәм йыйымдар буйынса министр урынбаҫары  ла булып эшләй. Салауат Хөрмәт улы әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәй. Ул етәкләгән  институт оҙаҡ йылдар дауамында химия комплексындағы маркетинг тикшеренеүҙәр буйынса алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн яҡташыбыҙ Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Сергей Молчанов залда ултырыусыларҙы тәбрикләп, һеҙ үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы,  Башҡортостан  үҫешендә һеҙҙең дә тос өлөшөгөҙ ҙур тип билдәләне. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре: ауыл хужалығы, авиация,  төҙөлөш, сәнәғәт, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.  Әммә уларҙың барыһын да уртаҡ маҡсат - республиканың киләсәге өсөн тырышып эшләү бәйләй.
Бүләкләнеүселәрҙең күбеһе юғары дәүләт наградаларын аванс булараҡ ҡабул итә. Был ышанысты  артабан да  фиҙаҡәр хеҙмәтең менән аҡлау мотлаҡ. Һәр кем үҙ эш урынында тырышып эшләргә, яңынан-яңы уңыштар ҡаҙанырға тейеш. Шул ваҡытта ғына илдә үҫеш буласаҡ, ти бүләкләнеүселәр.
Бөгөн барлығы биш тиҫтәнә ашыу хеҙмәт алдынғыһы юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәрҙең барыһын да тыуған илгә, үҙ республикаһына ҡайнар һөйөү берләштерә. Ә инде алған наградалар артабан да тырышып эшләргә, фиҙәҡәр хеҙмәт итергә этәргес бирәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика