Халыҡ шөғөлдәренә яңы һулыш 13.10.2015

Баймаҡ районында үткән республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов боронғо халыҡ кәсептәрен үҫтерергә кәрәк тип билдәләне. Йәғни, ул айырым системаға һалынырға тейеш. Төп маҡсат -  йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалыу. Кейеҙ баҫыуҙы ғына алайыҡ. Башҡортостанда был шөғөлдө үҙ итеүселәр араһында Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр байтаҡ. Бөгөн баш ҡалала ойошторолған күргәҙмә-кәңәшмә лә - быға асыҡ дәлил.

Был «Етәксе һөнәрен алмаштыра» акцияһы түгел, ә кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, боронғо кәсеп серҙәренә төшөнөүе ауыр түгел, ошондай тәжрибә майҙансыҡтарын йышыраҡ ойошторорға кәрәк. Бигерәк тә был республикала туризмды үҫтереү йәһәтенән отошло булыр ине. Сөнки халыҡ кәсептәре һәр ваҡыт лайыҡлы баһалана.
Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры:
«Әлеге мәлдә туристик ойошмалар Яңы йылға турҙар әҙерләй. Улар Башҡортостан буйлап тәүгә сәйәхәт ҡылыусыларҙың ваҡытын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үткәрә ала. Кейеҙ баҫыу ғына түгел, ғөмүмән, халыҡ кәсептәре менән танышыу  республика ҡунаҡтарында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыр ине».
Йомшаҡ уйынсыҡтар, төрлө декоратив әйберҙәр - быларҙың барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ. Сувенир итеп һатып алырлыҡ эштәр ҙә күп.  Баш ҡалала ойошторолған махсус күргәҙмәлә Өфөнән генә түгел, Мәскәү, Ҡазан ҡалалары оҫталары ла ҡатнашты.
Был эште башҡарғанда иғтибарлы һәм түҙемле булыу мөһим. Тәү ҡарашҡа, еңел күренһә лә, уңышҡа өлгәшеү - оҙайлы хеҙмәт талап итә. Әйтәйек, Мәскәү ҡунағы Татьяна Загайнова быйма баҫыу оҫтаһы булараҡ танылған, сит илдәрҙә лә клиенттары бар. «Бер пар аяҡ кейемен тауар ҡиәфәтенә индерер өсөн кәмендә 4-5 көн талап ителә», -ти ул.
Ә бына Наталья Моисеева кейеҙ баҫҡанда ебәкте лә ҡуллана. Был технология өҫ кейемдәрен күпкә зауыҡлыраҡ итә, тигән ҡарашта ул. Әйткәндәй, уның эштәре Рәсәй конкурстарында юғары баһаланған.
Наталья Моисеева, кейеҙ баҫыу оҫтаһы: «Кейеҙ баҫыу донъя кимәлендә үҫешә. Шуға һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылырға кәрәк. Беҙҙең оҫталарға, дизайнерҙарға тейешле иғтибар булһа, яҡшы булыр ине».
Әлегә кейеҙ баҫыу яратҡан шөғөл булараҡ ҡына ҡабул ителә. Шулай ҙа тырыш һәм ныҡышмал булғанда был йүнәлештән ярайһы уҡ килем дә алырға мөмкин. Әйтәйек, был көртөй-трансформер 5500  һум торһа, бейәләйҙәрҙе мең ярым һумға һатып алырға була.
Әлбиттә, был тик уртаса хаҡтар ғына. Шулай ҙа отошло кәсеп икәне - көн кеүек асыҡ. Күргәҙмәнән һуң кейеҙ баҫыусылар конференцияға йыйылды. Унда киләсәктә республикала дөйөм сауҙа селтәрен булдырыу тәҡдиме яңғыраны. Айырым бренд булдырыу ҙа артыҡ булмаҫ. Хәйер, был йәһәттән Хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика