Халыҡсан театр

Халыҡсан театр 12.02.2018

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының Өфөләге гастролдәре тамамланды. Был юлы сибайҙар билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре буйынса режиссер Дамир Мәжитов сәхнәләштерелгән «Әүлиә» спектаклен тәҡдим итте. Билдәле әүлиә хаҡында ике көн барған сәхнә әҫәре аншлаг менән үтте.

Мөжәүир хәҙрәт. Заманында халыҡты дауалап, мөғжизәгә инандырған, хикмәттәре менән  ғәжәпләндерг!ән күренекле шәхесе. Төп ролде башҡарған артист Урал Зәйнуллин өсөн Мөжәүир Сиражетдинов оло табыш, яңы асыш та булды. Актер образды тыуҙырыр алдынан бөйөк хәҙрәтте белгән кешеләр менән осрашып, уның хаҡында фекерҙәр тыңлаған, китаптар уҡыған.
«Әүлиә» драмаһы аша тамашасы Мөжәүир хәҙрәт ғүмеренең үҫмер сағынан алып һуңғы көндәренә тиклем таныша алды. Ул дини ҡанундарҙы яҡлаған суфый хәҙрәт булып түгел, ә киң танылыу яулаған арҙаҡлы шәхес-әүлиә, халыҡ табибы булараҡ кәүҙәләндерелде. Режиссер Дамир Ғәлимов артистарға ролде ышанып тапшырғанда яңылышмаған, киреһенсә, отҡан ғына.
Спек­таклдең юғары кимәлдә ҡуйылыуында театр рәссамдары, тегеү цехы, декорация хеҙмәткәрҙәренең дә өлөшө ҙур. Тамаша залының тулы булыуы үҙе үк Мөжәүир хәҙрәткә ҡарата халыҡтың һөйөүен, ихтирамын күрһәтте. Өфөлөләр генә түгел, республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә күп ине. Тамаша­сы­ларҙың кемеһелер әүлиәне күргән булһа, берәүҙәр уның хаҡында ишетеп белә, бәғзеләре уны ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре аша һөйләүе аша күҙ алдына баҫтыра.
Урал Зәйнуллин Мө­жәүир хәҙрәтте ым-ишара, бар булмышы,  сүрәләр, тәсбих тартыу аша тамашасы күңеленә еткерергә тырышты. Хатта артист менән бергә халыҡ та, күҙҙәре йәшләнеп доға ҡылып ултырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку