Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына - 135 йыл

Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына - 135 йыл 26.09.2016

Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында шәхес иҫтәлегенә  таҡтаташ асылды. Вәлиулла Фәйзулла улы Салауат Юлаевтың шиғырҙарын тәүгеләрҙән булып  аҡ ҡағыҙға теркәй. Һүҙ оҫтаһын хөрмәтләп  иҫкә алыу һәм исемен мәңгеләштереү тантанаһы киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында үтте.

Ғафури районының төньяҡ ҡапҡаһы булған Яҡтыкүл ауылында оло тантана. Халыҡ сәсәнен хөрмәтләп иҫкә алырға билдәле
ғалимдар, фольклор белгестәре, уҡытыусылар, архив хеҙмәткәрҙәре килгән. Сәсән, мәғрифәтсе, Ғафури районының тәүге мағариф бүлеге етәксеһе Вәлиулла Ҡолмбәтовтың рухи һәм мәҙәни мираҫы ныҡлы өйрәнелгән.
Башҡорт фольклорын яңы табыштар менән байытыусы Вәлиулла Ҡоломбәтовтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһына уның нәҫелен дауам итеүсе туған-тумасаһы, яҡындары килгән.  Ғаяз Әминев  олатаһы тәрбиәһендә үҫә. Вәлиулла Ҡоломбәтовты ул изге күңелле, уҡымышлы, йор һүҙле итеп хәтерләй.
Мәғрифәтсе, абруйлы дин әһеле, һүҙ оҫтаһы Вәлиулла Ҡоломбәтовҡа барельеф авторы Илдар Шәйәхмәтов. Халыҡ сәсәненең исемен мәңгеләштереүгә туғандары, ауылдаштары матди ярҙам күрһәткән. Уның рухы алдында баш эйергә алыҫ араларҙы яҡын итеп яҡташтары ла ҡайтҡан.
Башҡортостандың милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовҡа ҡағылышлы архив материалдарын төплө өйрәнеүселәрҙән. Юбилей айҡанлы ижадына арналған китап нәшер иткән. Эҙәрмән-автор сәсәнде фольклорсы, тел оҫтаһы, Салауат Юлаев образын сағылдырыусы  рәссам булараҡ та юғары баһалай.
Халыҡ сәсәне әҫәрҙәренең 70 проценты беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Ҡульяҙмалары телселәр өсөн оло хазина. Олатай  мираҫын ташҡа баҫтырыуҙа тыуаһы  Руслан Әминев та  ҡатнашҡан.
Сәхнәгә бер-бер артлы йәш сәсәндәр күтәрелә. Район күләмендә ойошторолған Вәлиулла Ҡоломбәтов исемендәге сәсәндәр конкурсында беренсе урынға  Юлыҡ урта мәктәбе уҡыусыһы  Зөлхизә Зәйнуллина лайыҡ булды. 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклор байрамын ғафуриҙар халыҡ сәсәнен данлап, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тергеҙеп  яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алырға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика