Халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше һәм фольклор иғтибар үҙәгендә

Халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше һәм фольклор иғтибар үҙәгендә 26.07.2014

Свердловск өлкәһе менән Башҡортостан араһындағы мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү нигеҙендә Екатеринбург  ҡалаһында эшләп килеүсе Урта Урал халыҡтары мәҙәниәте үҙәге белгестәре Сибайҙа фәнни экспедицияла. Улар башҡорт халыҡ йырҙарын яҙҙыра, ҡурай, ҡумыҙ кеүек музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына.

Ғалимдар фекеренсә, эспедиция урыны итеп Сибай осраҡлы ғына һайланмаған. Ҡала мөхитендә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте сит йоғонтоға бирелмәйесә, саф килеш һаҡланып ҡалған иң сағыу төбәк. Бынан тыш ҡалала үҙенсәлекле фольклор коллективтары ла эшләп килә. Тикшереүселәр артабан Силәбе өлкәһенә юл тота. Бында улар ноғайбәктәрҙең милли үҙенсәлектәрен өйрәнергә иҫәпләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика