Хәйбулла районының Первомайское ауылы ағинәйҙәре әүҙем тормош яҡлы 13.02.2016

Хәйбулла районының Первомайское ауылында ярҙамсыл, тормош һөйөүсе, уңған халыҡ йәшәй. Уларҙы ла башҡа ауылдарҙағы кеүек ауыл хужалығы предприятиеларының ябылыуы, мәктәптең оптимизацияға эләгеп башланғыс синыфтарға ғына тороп ҡалыуы кеүек күренеше урап үтмәй. Шуға ҡарамаҫтан урындағылар төшөнкөлөккә бирелмәй, киләсәккә өмөт менән ҡарай. Ауылда бер нисә йыл инде ағинәйҙәр клубы эшләп килә. Уның ағзалары халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп алған.

Ауылға килен төшөүе һәр ваҡыт мөһим ваҡиға булған. Сөнки борон-борондан тап ҡатын-ҡыҙҙар йолаларҙы, тел ижадын һаҡлаған. Шуға килен ҡаршы алыу ниндәйҙер кимәлдә ауылда йәшәп килгән тәртиптәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеү тиергә лә була. Икенсенән, әлбиттә ул айырым бер йәмғиәттең яңы ағзаны ҡабул итеү тантанаһы. Бында иң изге теләктәр яңғырай, кәңәштәр әйтелә.
Гөлйөҙөм менән Азамат та туйҙарын боронғоса үткәреүгә бер икеләнеүһеҙ ризалаша. Йолаларҙы үтәп ҡауышыу йәштәрҙең үҙ теләге булған.  
Әйткәндәй, ауылда бындай форматтағы туйҙар тәүгә үтмәй. Ағинәйҙәрҙең әүҙемлеген ауылдаштары ла хуплай, улар ойошторған милли байрамдар гел гөрләп үтә. Ошо рәүешле бында быуындар күсәгилешлеге һаҡлана, күләмле саралар ҙа күңеллерәк килеп сыға.
Милли рухты һаҡлап ҡалыуҙа әүҙемлек күрһәтеүсе ауыл ағинәйҙәре тормошта ла ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Өй эштәрен теүәлләгәс улар мәктәп спортзалына йыйыла. Бында аҙнаһына өс тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар гимнастика менән шөғөлләнә.
Уларҙың район кимәлендә ойошторолған бер генә байрамдан да ситтә ҡалмай. Ауыл ағинәйҙәренең репертуары ла киңәйгәндән-киңәйә. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар ҡарға бутҡаһы, Наурыз кеүек байрам йолаларын йәштәргә ҙур ихласлыҡ менән күрһәтә. Ағинәйҙәр эшмәкәрлеген артабан да киңәйтергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика