Хәтер мәңгелек 15.04.2015

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә арнап ойошторолған хәтер кисәһе ошо исем аҫтында үтте. Сараны әҙерләүҙә бөтә ауыл халҡы ҡатнашҡан. Уртаҡ көс менән яуҙа ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре, улар хаҡында хәтирәләр тупланған.

Хәйбулла районының төпкөл төбәгендә урынлашҡан бәләкәй генә Йәнтеш ауылы ла оло еңеүгә тос өлөш индереүсе төбәк. Хәҙер инде был ауылда ауыр һуғыш йылдарының тере шаһиттары булып яугирҙарҙың һәм тыл эшсәндәренең улдары-ҡыҙҙары ғына ҡалып бара. Бөйөк Еңеү байрамы алдынан «һуғыш балалары» ата-әсәләрен иҫләй. Яу ҡырҙарында ятып ҡалған аталары, тылда көн-төн белмәй тир түккән әсәләре уларҙың иң ҙур ғорурлығы һәм тәрән һағышы ла.    
Берҙәм ауыл халҡы урындағы хакимиәттең хәтер кисәһе ойоштороу тәҡдименә лә дәррәү ҡушылған. Изге эштән йәше лә, ҡарты ла ситтә ҡалмаған, уға һәр кем үҙ өлөшөн индергән.  
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Йәнтештәр яу ҡырҙарында ятып ҡалыусы, Еңеү яҙын яҡынайтыусы һәр ауылдашын иҫкә алыуҙы, геройҙарҙың исемдәрен барлауҙы бурыс итеп ҡуйған. Сөнки  һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ауыл-ҡалаһы һәм ғаиләһе булмаған Рәсәй илендә хәтер мәңгелек.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика