Күренекле журналист, яҙыусы һәм әҙип Рәсих Ханнанов 85 йәшен билдәләй

Күренекле журналист, яҙыусы һәм әҙип Рәсих Ханнанов 85 йәшен  билдәләй 29.10.2016

Ижадсының оло юбилейына бәйле тантаналы саралар уның тыуған Ҡырмыҫҡалы ерендә үтте.

Рәсих Нурғале улы Башҡортостан журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Тәү башлап ҡәләмен ул Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә тибрәтә башлай, артабан оҙаҡ йылдар «Ҡыҙыл таң»да мөхәррир була. Рәсих Ханнанов етәкләгән ваҡытта баҫманың тиражы бермә-бер арта. Журналистиканан тыш, үҙен әҙәбиәттә лә уңышлы һанай замандашыбыҙ. Рәсих Нурғале улының бик күп шиғырҙарына йыр яҙылған.    
Рәсих Ханнанов милли театрҙы үҫтереүгә лә көс һала. Уның авторлығындағы 20-нән ашыу пьеса Башҡортостан, Татарстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан сәхнәләрендә танылыу яулай. Рәсих Нурғәле улы композитор Рим Хәсәнов менән берлектә музыкаль комедиялар ҙа ижад иткән, уларҙы оҙаҡ йылдар Сибай театры ҡуйған. Бөтәһе ул 3 тиҫтәнән ашыу китап авторы. Күркәм юбилейы менән ижадсыны дуҫтары, ҡәләмдәштәре, коллегалары ҡотланы. Оҙаҡ йылдар дауам иткән ижади ғүмеренә баһа биреп, юбиляр бөтә нәмә менән дә ҡәнәғәт булыуын билдәләне.
Рәсих Ханнанов яҙыусы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге  республика хөкүмәт премияһы лауреаты: «Оҙаҡ йылдар инде композитов Рим Хәсәнов менән һөҙөмтәле эшләп киләбеҙ. Быйыл ғына 8 йыр сығарҙыҡ. Әле робағилар йыйынтығын баҫтырырға торам, ижади пландар етерлек».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика