Көлөргә рөхсәт ителә! 01.04.2015

Бөгөн Өфө тамашасыһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына көлкө байрамына йыйылды. Танылған юмор оҫталары көнүҙәк темаларға арналған ҡыҙыҡлы пародиялар, интермедиялар, монологтар тәҡдим итте. Ғаилә тормошо, кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, йәмғиәтте аптыратҡан күренештәр сатира аша яҡтыртылды. Залдағылар бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың көлкө кәштәһен йылы ҡабул итте.

Залдың тулы булыуы тамашасыларҙың мәрәкә яратыуына бер ишара ине. Юмор оҫталары уларҙы тормош мәшәҡәттәренән арындырып, кәйефтәрен күтәрҙе. Тамашанан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика